Уның барышында бизнес-шерифтар төбәк-ара форумы уҙа. Эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн яуаплы белгестәр хәҙерге шарттарҙа бәләкәй һәм урта бизнесҡа дәүләт ярҙамы саралары менән таныша, халыҡ-ара эксперттар һәм белгестәр фекерен тыңлай, тәжрибә уртаҡлаша. Бизнес-шерифтар институты Республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән 2019 йылда булдырылды. Проект Стратегик башланғыстар агентлығы исемлегенә алынды.




