Республика Башлығы тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында урынлаштырылған. Һабантуйҙар төрлө райондарҙа һәр шәмбе ойошторола. Милли байрамдар 27 майҙа Әбйәлил, Әлшәй һәм Ҡалтасы райондарында уҙа. 3 июндә - 14 районда, 10-11-ендә - 30, 17 июндә 5 районда була. 24 июндә Межгорье ҡалаһы, 1 июлдә Иглин һәм Балтас райондарында үткәрелә. Ҡануниәткә ярашлы, һабантуйҙар ваҡытында спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла.







