Башҡортостан һәм Беларусь араһында тауар әйләнеше 57 процентҡа артҡан

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хеҙмәттәшлек буйынса эшлекле төркөм ултырышы уҙҙы. Унда сәнәғәт, транспорт, ауыл хужалығы, туризм, мәҙәниәт өлкәләрендә бәйләнештәрҙе үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Тиҙҙән Беларусь компанияһы Өфөлә трамвайҙарҙы яңыртыу эшен башларға ниәтләй. Башҡортостан делегацияһы Минскиҙа халыҡ-ара ауыл хужалығы йәрминкәһендә ҡатнаша. Унда орлоҡ етештереү, урман хужалығы йүнәлештәре, шулай уҡ аграр уҡыу йорттары араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү юлдары өйрәнелә.

Фото №1 - Башҡортостан һәм Беларусь араһында тауар әйләнеше 57 процентҡа артҡан
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ