Республика Башлығы Радий Хәбиров был турала социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. «Совет Армияһында минең менән бергә Украинанан да бик күп һалдаттар хеҙмәт итте. Ябай, ҡәҙимге егеттәр. Мин — Башҡортостан етәксеһе, мин — башҡорт.
Бөгөн республиканы үҫтереү, халыҡтың тормошон яҡшыртыу, иҡтисадты ҡеүәтле итеү минең төп эшем. Беҙҙең республика — көслө төбәк. Һеҙҙең ысын хужаларығыҙ индергән санкцияларға ҡарамаҫтан, беҙ бөтә Рәсәй кеүек үк алға барабыҙ», - тип яҙған социаль селтәрҙә Радий Хәбиров.
«Бөгөн Ватаныма һәм халҡыма Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы кеүек үк фашизмға ҡаршы көрәшергә тура килә. Башҡорт яугирҙарына үҙ бурысын намыҫ менән үтәргә ярҙам итеү — төп маҡсат. Алғы һыҙыҡта Башҡортостан егеттәренең бөтәһен дә башҡорттар тиҙәр. Улар менән бергә башҡа милләт вәкилдәре лә алыша. Беҙ бөтәбеҙ бергә күп милләтле Рәсәй халҡы, рәсәйлеләр», - тигән Радий Хәбиров.




