Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә шулай тип яҙған. «Ватан һаҡсылары» фонды бүлексәһе Өфөлә Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге бинаһында урынлаша. Район һәм ҡалаларҙа фонд филиалдары ойошторола. Унда социаль координаторҙар яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә психологик, медицина, юридик һәм башҡа мәсьәләләр буйынса ярҙам күрһәтә.






