Башҡортостан менән Әзербайжан араһында эшлекле хеҙмәттәшлек арта

Республикаға сәфәре барышында Әзербайжан делегацияһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев менән осрашты, Өфө дәүләт нефть техник университетында Гейдар Алиевтың 100 йыллығына арналған аудиторияны асыу тантаһында ҡатнашты. Күләмле саралар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Әзербайжан Милли Мәжлесенең аграр мәсьәләләр буйынса дәүләт комитеты рәйесе, Әзербайжан - Рәсәй парламент-ара бәйләнештәр эшсе төркөмө һәм делегация етәксеһе Сабир Гаджиев менән осрашты. Әңгәмә барышында парламент-ара хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре барланды.

Парламент-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыуҙа беҙҙе уңыш көтә. Беҙгә яҡшы үҫешкә ынтылыу мәсьәләләрен хәл итеү мөһим, тине Әзербайжан делегацияһы етәксеһе.

Ҡунаҡтар иғтибарын «Башҡортостан-Әзербайжан мәҙәни күпере» күргәҙмәһе лә йәлеп итте. Тамашасы Лира Сөләймәндең патентлы шәжәрәһе, Наилә Фазлетдинованың «Ҡатын-ҡыҙ көсө» серияһы картиналарын, йәш автор Гөлзада Нәргиздең эштәрен ҡарап һоҡланды.

Артабан Әзербайжан делегацияһы Өфө дәүләт нефть-техник университетында күренекле дәүләт эшмәкәре Гейдар Алиевтың 100 йыллығы айҡанлы асылған исемле аудиторияны асыу тантанаһында ҡатнашты.

Әзербайжанға арналған аудитория эшҡыуар, төҙөүсе, Өфө дәүләт нефть-техник университетында белем алған Әйиб Бабиров сығымдарына төҙөлгән. Стендтарҙа әзербайжан ғалимдарында белем алған башҡорт ректорҙары, ғалимдары менән танышырға, ике республика араһында ғилми, сәйәси хеҙмәттәшлек йылъяҙмаһын өйрәнергә мөмкин.

Әлеге ваҡытта Өфө дәүләт нефть техник университетында Әзербайжандан ике тиҫтәнән ашыу студент белем ала. Киләсәктә студенттар һаны артыр тип күҙаллана.

Сәнғәт, йыр, ҡунаҡсыллыҡ кеүек изге традициялар аша Башҡортостан менән Әзербайжан республикаһы араһында артабан да дуҫлыҡ ептәрен нығытыуға һәм хеҙмәттәшлеккә күпер һалынды.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ