Сибайҙа «Урал аръяғы-2023» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланды

Бишенсе тапҡыр үткән форумға ҡатнашыуға быйыл меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Сара сиктәрендә төрлө темаларға арналған 20-нән ашыу сессия уҙғарыу, хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә ҡул ҡуйыу, пленар ултырыш ҡаралған. Бөгөн инвестиция һабантуйының тәүге көнөндә бизнес-шерифтарҙың халыҡ-ара форумына старт бирелде. Унда эшҡыуарҙарға ярҙам, дәүләт программаларында ҡатнашыу, гранттар системаһы тикшерелде. Төп темалар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Сибай йәнә Башҡортостандың төп инвестиция майҙансығына әүерелә. Көньяҡ райондарҙың башҡалаһы булараҡ танылған ҡалала тотош республиканың иҡтисади үҫешенә йоғонто яһаған күләмле проекттар тикшерелә, хеҙмәттәшлек килешеүҙәре барлана.

Инвестиция һабантуйының тәүге көнө муниципаль берәмектәрҙә эшҡыуарлыҡты үҫтереү, бизнес шерифтар эшмәкәрлегенә арнала. Һүҙ яңы өлкәләрҙе үҙләштереү, дәүләт ярҙамын һөҙөмтәле ҡулланыу хаҡында бара.

Форумдың төп маҡсаты инвесторҙар йәлеп итеү, яңы бәйләнештәр булдырыу. Сарала Рәсәй төбәктәренән генә түгел, сит илдәрҙән дә делегаттар ҡатнаша. Ҡунаҡтар Башҡортостандың эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса эш тәжрибәһен юғары баһалай.

Инвестиция һабантуйының пленар ултырышы иртәгә үтә, шулай уҡ хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә ҡул ҡуйыу ҡаралған. Форум сиктәрендә төбәктә урман эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү, Сибай-Новорудное тимер юлын төҙөү, кинокластер тураһындағы проекттар ҡарала. Эксперттар фекеренсә, иң мөһиме форумда ҡаралған пландар һүҙҙә генә ҡалмай. Стратегик бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға 2030 йылға тиклем 175 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә. Сибай-аҡьяр юлы төҙөү быйыл башлана, ике йылдан яңы йылылыҡ-энергетика подстанцияһы сафҡа индерелә. Быйылғы форумда ла башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы линияһы буйынса ғына 2 миллиард һумға иҫәпләнгән 7 хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйыла.

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ