«Ағиҙел» командаһы - абсолют еңеүсе!

Диңгеҙ ике алышы буйынса үткән Мәскәү чемпионатында яҡташтарабыҙ һынатманы - ишкәкле кәмә һәм елкән менән уҙышта беренсе урын яуланы!

Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ быйылғы миҙгелгә бик етди әҙерләнгән. «Ағиҙел» спорт командаһы бер нисә тапҡыр күнекмә үткәреп, махсус кейем тектергән. Башҡортостандың төп дәүләт символдары һүрәтләнгән футболкаларҙа ярышыу айырым яуаплылыҡ өҫтәй, ти спортсылар. Улар Мәскәү чемпионатының тәүге көнөндә ишкәкле кәмәләрҙә уҙышты. Спорттың был төрө көс, сыҙамлыҡ һәм хәрәкәттәрҙең берҙәм булыуын талап итә. Тап ошо сифаттар «Ағиҙел» командаһына финишҡа беренсе булып килергә ярҙам иткән. Икенсе көнөнә бәйгеселәр парустарҙа уҙышты. Спорттың был төрөндә лә Мәскәү башҡорттарына етеүселәр табылманы.

Диңгеҙ ике алышы буйынса Мәскәү чемпионаты йыл һайын уҙғарылып килә. Башҡортостан вәкилдәре был ярыштарҙың даими ҡатнашыусылары. Тиҙҙән илдең баш ҡалаһында традицион һабантуй ҙа үтәсәк. Уның сиктәрендә ишкәкле кәмәләрҙә уҙышыу байрамдың матур биҙәгенә әүереләсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ