Республиканан танк батальоны һәм зенит батареяһы хәрби әҙерлек урынына юлланды

Улар Советтар Союзы Геройҙары Сергей Зорин һәм Шәриф Сөләймәнов исемен йөрөтә. Хәрби берәмектәр «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы составына инә. Легендар разведчик Даян Мурзин, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов батальондары, данлыҡлы шайморатовсы Мөғин Нагаев исемендәге артдивизион да ошо уҡ полкҡа ҡарай. Махсус хәрби операцияға оҙатыу тантанаһында Радий Хәбиров ҡатнашалығында «Патриот» хәрби паркында үтте.

Танк батальоны Благовещен районында тыуып үҫкән Советтар Союзы геройы Сергей Зорин исемен йөрөтә. Танк механик-водителе старшина Зорин Бөйөк Ватан һуғышында Варшава-Познанка операцияһы барышында батырлыҡ күрһәткән. Зенит батареяһы Краснокама районынан сыҡҡан шәхес Шәриф Сөләймәнов исемендә. Ул 1959-сы истребитель-танкыға ҡаршы артиллерия полкының 1-се батареяһы командиры. Ике яугир ҙа һуғыштан әйләнеп ҡайтып республиканы күтәреү эшенә ҙур өлөш индергән.

Йәш айырмаһы, ҡайҙан, ниндәй милләттән мөһим түгел. Уларҙың бөтәһен дә бер рух берләштерә - патриотлыҡ. Тыуған ил һағына баҫыусылар Шишмә районында «Патриот» хәрби паркы майҙанына йыйылды.

Быға тиклем улар төрлө районда, төрлө һөнәр эйәләре булып эшләһә, бөгөндән - хәрби сафта. Бер төрлө кейемдә һәм маршта.

Яу ҡырына барыусылар бер майҙан булып баҫһа, уларҙы оҙатыусылар тағы ла күберәк. Ҡатындары сабый балалары менән, яҡындары, туғандары, дуҫтары. Күңелдәрендәге һағышты, күҙҙәрендәге йәште саҡ тыйып тороусыларҙың теләге бер.

Еңеү беҙҙеке буласаҡ! Ошондай ҡанатлы һүҙҙәр менән улар алыҫ юлға сыҡты, һәр береһенә тыуған яҡҡа иҫән әйләнеп ҡайтырға яҙһын.

Рәмилә Исмәғилева

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ