Максим Владимирович Серафимов. Рәсәй Геройы

Максим Серафимов 1995 йылдың 8 ғинуарында Өфөлә тыуа. Баш ҡаланың 40-сы белем биреү үҙәгендә уҡый. Грек-рим көрәше менән шөғөлләнә. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Василий Маргелов исемендәге Рязань команда училищеһына уҡырға инә.  2018 йылда Псковтағы хәрби часткә ебәрелә.

Максим Серафимов Украина биләмәһендә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Яугирҙәр 2022 йылдың 27 февралендә дошман уты аҫтында ҡала. Әммә улар бирешмәй, 10 сәғәт дауамында оборона тота. Максим дошман ырғытҡан гранатаны кәүҙәһе менән ҡаплай. Уның ғүмере өҙөлә, ә иптәштәре иҫән ҡала. Яҡташыбыҙ 2022 йылдың 17 июлендә Рәсәй Геройы исеменә күрһәтелә.

Батыр егет уҡыған 40-сы белем биреү үҙәгенә, Шишмә районында урынлашҡан “Патриот” паркына Максим Серафимов исеме бирелә.

Максим Серафимов беҙҙең герой. Батыр даны мәңгелек.

Максим Владимирович Серафимов. Рәсәй Геройы
Фото №1 - Максим Владимирович Серафимов. Рәсәй Геройы

Автор: Зөһрә Арсаева 

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ