Игорь Леонидович Нәсибуллин. Рәсәй Геройы

Игорь 2001 йылда Биробиджанда беренсе класҡа бара. Бер йылдан Нәсибуллиндар ғаиләһе кесе Ватаны – Башҡортостанға, Яңауыл районы Иҫке Вәрәш ауылына күсеп ҡайта.  Игорь 9 кластан һуң, Кемеров радиоэлектроника кадет корпусында уҡый башлай. Егеттең ата-әсәһенә уҡытыусыларҙан Рәхмәт хаттары килеп тора.  Игорь уҡыуҙа ла, спортта ла һынатмай. 2012 йылда корпусты уңышлы тамамлап, Ҡазан юғары танк училищеһына уҡырға инә. 2017 йылдан башлап 3-сө мотоуҡсылар дивизияһының танк полкында өлкән лейтенант дәрәжәһендә хеҙмәт итә.

Ул 2022 йылдың 25 мартында Изюм ҡалаһында дошман ҡулына күскән плацдармда ҡыйыулыҡ күрһәтә. Рота менән оҫта етәкселек итә. Нацистарҙың 3 танкын һәм 6 хәрби машинаһын юҡ итә. Тәүгеләрҙән булып юғары нөктәне ала. Сираттағы һөжүм ваҡытында Игорҙың танкына ут ҡаба. Дошман хәрби машинанан төшөп барған экипаж ағзаларына бер туҡтауһыҙ пуля яуҙыра. Наводчик-операторға ярҙам итеп торған Игорь ҡаты яралана һәм һәләк була.

Яңауыл районы Иҫке Вәрәш ауылындағы урамдарҙың береһе Рәсәй Геройы Игорь Нәсибуллин исемен йөрөтә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров өлкән лейтенанттың ата-әсәһенә Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ҡыйыу яҡташыбыҙға бағышланған фильм төшөрҙө.

Игорь Нәсибуллин беҙҙең герой. Батыр даны мәңгелек.

Игорь Леонидович Нәсибуллин. Рәсәй Геройы
Фото №1 - Игорь Леонидович Нәсибуллин. Рәсәй Геройы

Автор: Зөһрә Арсаева 

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ