Радий Хәбиров Азат Бадрановты М. Шайморатов миҙалы менән бүләкләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Азат Бадрановты Генерал Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, миҙал Башҡортостан Башлығы инициативаһы буйынса булдырылды һәм ул ғүмеренә хәүеф янаған шарттарҙа хәрби, гражданлыҡ йәки хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн тапшырыла. Азат Бадранов Башҡортостан хөкүмәтендә юғары вазифала эшләне.

Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары булыу бронь алыу хоҡуғы ла бирә. Әммә Азат Шамил улы биләгән вазифаһына ышыҡланып ҡалырға теләмәне. Үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһендә юлланды. Ярты йыл ул генерал Шайморатов исемендәге ирекле батальон составында, алғы һыҙыҡта булды. Әле 2 айға яҡын 3-сө армия корпусының сәйәси бүлеге офицеры дәрәжәһендә хеҙмәт итә.

Төп бурысынан тыш, яҡташ яугирҙарҙы ла иғтибарынан ситтә ҡалдырмай. Махсус хәрби операция биләмәһендәге ирекле бататльондар һәм мобилизацияланыусыларҙан төҙөлгән хәрби берәмектәрҙәге егеттәрҙең хәле менән ҡыҙыҡһына, ихтыяждарын хәстәрләй. Азат Бадранов гуманитар ылауҙы таратыу өсөн яуаплы. Башҡортостандың дәүләт органдары менән махсус хәрби операция биләмәһендәге яугир яҡташтарыбыҙ араһындағы бәйләнеште көйләй. Хәрбиҙәрҙең хеҙмәт шарттарын камиллаштырыуға, уларҙың тылда ҡалған яҡындарына ярҙам күрһәтеүгә тос өлөш индерә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ