Башҡортостанға урман янғындарына ҡаршы көрәш өсөн тәғәйенләнгән махсус техника алыу дауам итә

Һуңғы 4 йылда төбәккә федераль бюджет иҫәбенә 187 берәмек техника ҡайтарылған. Бөгөн Урман хужалығы министрлығының ведомство ҡарамағындағы учреждениелары паркы тағы ла 50-гә яҡын яңы техника менән тулыланды. Асҡыстарҙы урман һаҡсыларына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Быйыл республикала хәүефле янғын миҙгеле бик иртә башланды. 17 апрелдә үк янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлгә инде. Башлыса, кешеләр ғәйебе менән тоҡанған ут тәбиғәткә яҡынса 3 миллион ярым һумлыҡ зыян килтергән. Әлбиттә, был уҙған йылдар менән сығыштырғанда, күпкә кәмерәк, әммә көндәрҙең ҡоро тороуы белгестәрҙе борсолорға мәжбүр итә.

Янғындарҙы тиҙ арала һүндереү маҡсатында Башҡортостанға 44 берәмек махсус транспорт һатып алынды. «Экология» милли проекты һәм «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты сиктәрендә ҡайтарылған махсус техникаларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Асҡыстарҙы тапшырғандан һуң республика етәксеһе техникалар менән танышты. «УАЗ», «Нива», квадроциклдар, шулай уҡ ГАЗон Садко һәм 3 берәмек «Урал « машиналары урмандарҙа патруллек ойошторорға һәм янғындарҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һүндерергә иҫәпләнгән.

2019 йылдан алып республика федераль бюджет иҫәбенә 187 берәмек техника һәм 487 берәмек төрлө кәрәк-яраҡтар һатып алған. Быйыл ғына урман хужалыҡтарын махсус техникалар менән тәьмин итеү өсөн 83 милллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Яңы техникалар республиканың төрлө райондарына юлланды. Иртәгән улар йәшел ҡалҡан һағына баҫасаҡ.

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ