Радий Хәбиров дәүләт мәҙәниәт учреждениеларына яңы автомобилдәр тапшырҙы

Бөгөн республиканың сәнғәт коллективтары транспортлы булды. 12 «Газель» микроавтобусы һәм 14 еңел автомобиль асҡыстарын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Бөгөнгө сара дәүләт мәҙәниәт учреждениеларына республика халҡын тағы ла күберәк йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк. Был эштең маҡсаты, әлбиттә, тамашасы күңелен рухи яҡтан байытыу. Шуға ла быйыл театр-концерт ойошмалары паркы тулыһынса тәьмин ителәсәк. Барлығы 532 миллион һумға 94 берәмек транспорт һатып алынған. Дәүләт мәҙәниәт учреждениеларына 7 «НефАЗ « ҡала-ара автобусы тапшырылған да инде. Бөгөн автопарк тағы ла 26 берәмек техника менән тулыланды.

2022 йылда дәүләт мәҙәниәт учреждениелары республика ҡала- райондары буйлап 3 342 тапҡыр юлға сыҡҡан. Уңайлы транспорт саралары ярҙамында гастролдәр һаны тағы ла артыр тип көтөлә.

Волна
Акции БСТ