Ирәндек һырты эшкәртелмәйәсәк, ер аҫты байлыҡтарын намыҫһыҙ файҙаланыусыларға ҡаршы законлы юл менән власть һәм халыҡ берлектә көрәшергә тейеш. Был турала Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азамат Абдрахманов Баймаҡ районы Күсей һәм Төркмән ауылдары халҡы менән осрашыу барышында белдерҙе. Урындағы мәсьәләр буйынса фекер алышыу Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса уҙғарылды.
Шик юҡ, Көньяҡ Уралдың иң хозур тәбиғәтле һыртында геология тикшереүҙәре үткәрелмәйәсәк. Халыҡты борсоған төп һорауға яуап осрашыуҙың тәүге минуттарында уҡ алынды.
Күсей ауыл биләмәһе тирәһендә һәм Урал аръяғының башҡа урындарында алтын йыуыу менән шәғәлләнгән ойошмалар әле етди иғтибар үҙәгендә. Ер аҫты байлыҡтары менән намыҫһыҙ файҙаланыусыларҙың лицензиялары ғәмәлдән сығарыла. Мәҫәлән «Графское» һәм «Весна» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренең эштәре әле судҡа барып еткән. «Алтын юл» ойошмаһының эшмәкәрлеген туҡтатыу буйынса мөрәжәғәт әҙерләнә. Был эштә халыҡ ярҙамына ла ихтияж бар тип билдәләне Азамат Абдрахманов.
Алтын өҫтөндә йәшәгән халыҡты юлдар торошо һәм медицина хеҙмәтләндереүенең сифаты ла борсоно. Осрашыуҙа улар мәсьәләрҙе асыҡтан-асыҡ хөкүмәт премьер-министры урынбаҫарына еткерҙе.
Осрашыуҙа билдәле булыуынса әле Күсей-Хәлил юлын төҙөкләндереүгә аҡса бүленгән. Тиҙҙән биләмәлә подрядсы ойошма эш башларға тейеш. Проектты финанслау 4 йылға бүлеп башҡарыласаҡ.Күсей ауылы халҡы медицина хеҙмәтләндереүе, инвестиция-һабантуйының муниципалитеттар өсөн иҡтисади әһәмиәте һәм Ирәндек тауҙарында туризмды үҫтереү мөмкинлеге мәсьәләһен дә күтәрҙе. Ауыл мәктәбен төҙәкләндереү буйынса ла фекер алышынды. 1 сентябргә белем усағының ҡыйығы яңырталасаҡ, ә киләһе йылға уны капиталь ремонтлауға завяка тапшырыла.
Күсей Башҡортостанға бихисап арҙаҡлы шәхестәр биргән ауыл. Был төбәктән халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, Советтар Союзы геройы Тәфтизан Миңлеғолов сыҡҡан. Ауыл халҡы лайыҡлы шарттарҙа йәшәргә хоҡуҡлы тигән фекер белдерҙе, хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Азамат Абдрахманов. Осрашыуҙа күтәрелгән мәсьәләләр даими иғтибар үҙәгендә буласаҡ.
Азамат Абдрахманов өс аҙнанан Күсей ауылы биләмәһе халҡы менән йәнә осрашырға килеште. Ошондай уҡ саралар райондың Темәс һәм Ишей ауылдарында ла үтергә теййеш.






