Борис Александрович Дудко. Рәсәй Геройы

Борис Дудко 1989 йылдың 22 февралендә Бөрө ҡалаһында тыуа. Мәктәптә математика һәм информатиканы тәрән өйрәнә. Аҡыллы, тырыш, һәләтле уҡыусы була. Спорт менән шөғөлләнә, ярыштарҙа ҡатнаша. Йырларға ла ярата. Йыш ҡына үҙешмәкәр йырсылар конкурсында сығыш яһай. Борис бала саҡтан хәрби һөнәр һайлау, илдең Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итеү тураһында хыяллана. 2007 йылда Ҡазан юғары танк училищеһына уҡырға инә. 4 йылдан 76-сы һауа-десант дивизияһына ебәрелә. Ул взвод командиры була. Һуңынан танк батальоны командиры урынбаҫары итеп билдәләнә.  Ике тапҡыр Сүриә ғәрәп республикаһында хәрби бурысын үтәй. 2022 йылдың февраленән махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларын нацистарҙан һаҡлай. Борис Дудко етәкләгән танк ротаһы дошмандың 20-нән ашыу танкын, башҡа хәрби техникаһын юҡ итә. Аяуһыҙ алыштарҙа ҡыйыулыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәткәне өсөн Борис Дудкоға Рәсәй Геройы, ә ротаның бөтә шәхси составына Ҡаһарманлыҡ ордены тапшырыла.

                          Борис Дудкобеҙҙең герой. Батыр даны мәңгелек.

Борис Александрович Дудко. Рәсәй Геройы
Фото №1 - Борис Александрович Дудко. Рәсәй Геройы

Автор: Зөһрә Арсаева 

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ