Фәнис Хөсәйенов 2022 йылдың сентябрендә доброволецтар сафына баҫа. “Ваҡиғаларҙы ишетеп, ҡарап йөрөнөм дә, махсус хәрби операцияға барырға кәрәк тигән ҡарарға килдем. Намыҫ эше ине был. Әсәйем мине йәшенеп, өйҙә ятыр өсөн тапмаған бит. Аҡса тураһында бөтөнләй уйламаным”, - тип һөйләй ул бер интервьюһында.
Хәрби әҙерлек үткәндән һуң егетте “Барс-17” отряды составында алғы һыҙыҡҡа ебәрәләр. Ул тәүге көндәрҙә үк батырлыҡ күрһәтә. Фәнискә “тел” алып ҡайтыу маҡсаты ҡуйыла. Был бурыс үтә хәүефле һанала. Дошман позицияһында Хөсәйенов бер үҙе ете яугиргә ҡаршы тора. Ике һалдатты юҡ итә, береһен әсиргә ала. Фәнис дошмандың хәрби машинаһын да ҡулына төшөрә. Уның штурвалына ултырып, Рәсәй ғәскәрҙәре позицияһына ҡайтып төшә. Батырлығын ул Башҡортостаны, Тәтешле районы һәм тыуған ауылына бағышлай. Һалдаттың БТР-ҙа төшкән фотоһүрәте тиҙ арала Интернетта тарала. Фәнис халыҡ геройына әйләнә. Махсус хәрби операция биләмәһендә Хөсәйеновты барыһы ла белә, ихтирам итә. Ул легендар яугирҙәрҙең береһенә әйләнә. Ҡурҡыу белмәҫ йөрәкле егеткә “Безбашенный” тигән ҡушамат бирелә.
Фәнис Хөсәйенов 1998 йылдың 14 майында Тәтешле районы Яңы Ҡайпан ауылында тыуа. Ауыл хужалығы колледжын тамамлай. Һөнәре буйынса тракторсы-машинист. 2016-2017 йылдарҙа Төньяҡ Осетияла разведчик булып хеҙмәт итә.
Фәнис Хөсәйенов тыуған ауылында ерләнгән.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров батырҙың әсәһе Фәриҙә Мәғҙән ҡыҙына Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Яҙыусы Мөнир Ҡунафин сая һалдат хаҡында “Бер ғүмер етмәй икән” тигән очерк ижад итте. Ҡыйыу һалдат рәссам Камил Буҙыҡаев комикстарының төп геройы булды. Яҡташтары Фәнискә Рәсәй Геройы исемен биреүҙе һорай.
Фәнис Хөсәйенов беҙҙең герой. Батыр даны мәңгелек.
Автор: Зөһрә Арсаева







