Өфөгә Рәсәй Яҙыусылар союзы рәйесе Николай Иванов, нәшриәтселәре берләшмәһе президенты Константин Чеченев һәм Беларусь Яҙыусылар союзы етәксеһе урынбаҫары Елена Стельмах килде. Фекер алышыуҙа китап индустрияһын үҫтереү, классик һәм заманса әҙәбиәтте популярлаштырыу, йәштәрҙе әхлаҡи тәрбиәләү мәсьәләләре күтәрелде. Күләмле байрамдан БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова репортажы.
Халыҡ-ара китап йәрминкәһен асыу тантанаһында Башҡортостанға уникаль тарихи китап ҡайтарылды. Изге Ҡөръән Осман китабының ҡулъяҙма күсермәһе ваҡытлыса Милли музейға тапшырылды. Быға тиклем Өфөлә һаҡланған болан тиреһенә яҙылған китаптың төп нөсхәһе 100 йыл элек Үзбәкстанға тапшырылған. Алтын хәрефтәр менән тегелгән берҙән -бер ҡулъяҙманың күсермәһе артабан Евразия күсмә цивилизациялар музейында һаҡланасаҡ.
Халыҡ-ара «Китап-байрам» йәрминкәһе Өфөлә тәүге тапҡыр уҙғарыла. Совет урамында ойошторолған майҙансыҡтар Рәсәй, Беларусь, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан нәшриәттәре, китап магазиндары, шәхси букинистар коллекцияһы менән таныштыра. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сараға саҡырылған ҡунаҡтар менән осрашты. Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский китап алышыу кәштәһенән ҡыҙына иҫтәлеккә ноталар китабы алды.
Совет майҙанында моделле китапханалар, ваҡытлы матбуғат баҫмалары, ғаилә консультациялары зоналары йәйелдерелгән. Һәр кем күңеленә ятҡан китап һайлай ала. Фестивалдең киске программаһында артистар Даниил Спиваковский, Дмитрий Дюжев, Дарья Мороз әҫәрҙәр уҡыясаҡ. Ҡунаҡтар халыҡ-ара йәрминкәнең уникаль сара булыуын белдерҙе.
Күп милләтле республикала йәшәүсе китап һөйөүселәр өсөн йәрминкә ысын хазинаға әйләнде. Байрамда ғына ике тиҫтәгә яҡын телдә төрлө баҫмалар табырға мөмкин.
Байрамда шулай уҡ нәшриәттәр араһында «Урал-батыр ерендә йыл китабы» бәйгеһе, яттан шиғыр һөйләүселәр конкурсы, яҙыусылар һәм драматургтар форумы уҙа. Башҡортостандың милли Музейында билдәле яҙыусыларҙың шәхси архивынан һирәк китаптар күргәҙмәһе ойошторола.
«Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә «Уҡыйбыҙ һәм ашайбыҙ» гастрономия биләмәһе лә эшләй. Илдең билдәле кулинарҙары аш-һыу әҙерләү сәнғәте темаһына ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре һәм лекциялар үткәрә.
Лилиә Мәҡсүтова




