Йәмәғәт ойошмаһы 1998 йылдың 30 мартында төҙөлгән - тап шул саҡта республикала йәшәүсе был милләт вәкилдәренең беренсе конгресы үткәрелә. Соборҙың иң мөһим эш йүнәлештәренең береһе - рус мәҙәниәтен һаҡлау һәм таратыу. Сирек быуатлыҡ юбилей уңайынан бөгөн Өфөлә киңәйтелгән конференция үтте. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
«Торатау» конгресс-холы фойеһында рус халҡының рухы хакимлыҡ итә. Республикала йәшәүсе милләт вәкилдәре боронғо йолаларға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләп, быуындар күсәгилешлеген тәьмин итә. Милли традицияларҙы үҫтереүгә 25 йыл элек ойошторолған Башҡортостан рустары соборы ҙур өлөш индерә. Бөгөн республикала уның 70 бүлексәһе эшләй. Собор йыл һайын төрлө йүнәлештә ике меңдән ашыу сара ойоштора.
Әйткәндәй, рустар соборы Башҡортостанда йәшәүсе бөтә милләт вәкилдәре менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Сөнки милләттәр дуҫлығы бөтә замандарҙа ла Рәсәйҙең төп көсө һанала.
Күп милләтле һәм күп конфессиялы Башҡортостанда рустар соборы айырым урын биләй. Ул йәмғиәтебеҙҙе берләштергән ойошмаларҙың береһе. Илебеҙ өсөн еңел булмаған осорҙа милләт - ара берҙәмлек дошмандарҙа көнсөллөк тыуҙыра, - тип билдәләне Башҡортостан башлығы.
Республика Башлығы рустар соборы ағзаларына үҙ-ара берҙәмлекте һәм милләт-ара татыулыҡты тәьмин итеүгә үҙ өлөшөн индергәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Башҡортостан рустары соборы» Рәсәйҙең көньяҡ сиктәрендә барған ваҡиғаларҙан да ситтә ҡалмай. Ойошманың бер бинаһы һалдаттарға ярҙам ойошторған төркөмгә бирелгән. Бында яҡташ һалдаттарға гуманитар ылау йыйыла. Бөгөнгө тематик күргәҙмә барышында ла маскировка селтәрҙәре үреү һәм хәрбиҙәргә хат яҙыу мөмкинлеге тыуҙырылды.
Илдар Байбулатов






