Сочиға заманса уңайлыҡтары булған поезда! Иртәгә Өфө - Имеретин курорты йүнәлешендә ике ҡатлы поезд юлға сыға. Бөгөн баш ҡалала тимер юл вокзалында составтың презентацияһы үтте. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева барып күрҙе.
Өфөнөң тимер юл вокзалында ике ҡатлы поездар туҡтап киткәне бар ине. Ә быныһы үткенсе түгел. Башҡортостандан тәүге тапҡыр ике ҡатлы поезд Имеретин курортына йүнәләсәк. Составта заманса ике ҡатлы купе вагондары, плацкарт юҡ. Был төр тимер юл транспорты ике тапҡыр күберәк пассажир йөрөтөү өсөн ҡулай. Мәҫәлән, бер вагонда 36 кеше урынына 64 .
Поезд тимер юлына быйыл ғына төшөрөлгән. Яңы, яҡты, уңайлы. Купеға инеү индивидуаль магнит асҡыс-карталар ярҙамында башҡарыла. Һәр купела мобиль ҡоролмаларҙы зарядлау өсөн розеткалар ҡаралған.
Транспортта температураны көйләү системаһы ҡуйылған, тимәк, юлсыларға тынсыу булмаясаҡ. Душ инеп алырға ла мөмкин. Вагондарҙың береһендә инвалид коляскаһы өсөн күтәргес ҡоролма, шулай уҡ ҙур майҙанлы купе бар, ул аҙ хәрәкәтсән пассажирҙар өсөн махсус йыһазландырылған.
Ашарға бешереү өсөн индукциялы плитә һәм башҡа шарттар ҡаралған. Поезд составында вагон-бистро ла эшләй. Бер һүҙ менән әйткәндә, тимер юлда ял итеп барыу өсөн юлсыға заманса бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Өфөнән Имеретин курортына тиклем билет хаҡы 3 мең ярым һум.
Рәмилә Исмәғилева






