“Беҙгә 100”. Стәрлетамаҡтағы Ленин исемендәге 2-се лицей-интернатта ошолай тип аталған олимпиада үтә. Ул 29 майҙан 4 июнгә тиклем ойошторола. “Яҡшы һөҙөмтә күрһәткән балаларға белем усағында уҡыу мөмкинлеге бирелә”, - ти лицей директоры Салауат Ғәлимуллин.
2024 йылдың ғинуарында Стәрлетамаҡтағы Ленин исемендәге 2-се лицей-интернатҡа 100 йыл була.




