Тиҫтәләгән махсус майҙансыҡ китап һөйөүселәр, һүҙ сәнғәтенә битараф булмаусыларҙы Совет майҙанына йыйҙы. Урында моделле китапханалар, ваҡытлы матбуғат баҫмалары, ғаилә консультациялары зоналары эшләй. Бөгөнгө байрамға йыл һайын ойошторолған Бөтә Рәсәй «Библиотөн» акцияһы ҡушыла. Йәрминкәнең иң сағыу күренештәре менән БЮТ ижади төркөмө таныштыра.
Хәҙер китапты уҡып ҡына түгел, унда төшөрөлгән йәнлектәрҙе терелтеп, ә емеш-еләктәрҙе еҫкәп була. Башҡортостандың яңы быуын китапханалары кескәйҙәр өсөн мауыҡтырғыс майҙансыҡ ойошторған. «Заман китапханаһы» зонаһында һәр ғаилә ағзаһы күңеленә ятҡан шөғөл таба ала.
Китап байрамына килеүселәр яңы баҫмалар менән бер рәттән боронғо балаҫ һуғыу кәсебе менән танышты. Ишембай районы Этҡол ауылы китапханасыһы Гөлдәр Йәрмөхәмәтова сараға килеүселәр өсөн балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресен күрһәтте.
Халыҡ-ара китап байрамы сиктәрендә балалар баҡсалары кескәйҙәре араһында үткәрелгән «Һаумы, һаумы, әкиәт» бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Шул уҡ ваҡытта икенсе майҙансыҡта йәрминкәгә килеүселәр психология буйынса лекция тыңланы.
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлеге «Шағирҙар һуҡмағы» әҙәби туристик проектын әҙерләгән. Ойошма вәкилдәре халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемен йөрөткән Кавказдағы бейеклекте яулаясаҡ. Өс ғорур ҡая өс дуҫ, халыҡ шағирҙары исемен йөрөтә. Ҡабарҙы -Балҡар республикаһының халыҡ шағирҙары Ҡайсын Кулиев һәм Алим Кешоков - Мостай Кәримдең яҡын дуҫтары була.
Китап-байрам йәрминкәһенең киске программаһында башҡорт авторҙары әҫәрҙәренең өҙөктәрен уҡыу, Рәсәйҙең халыҡ артисы Даниил Спиваков менән осрашыу ҡаралған. Йәрминкәнең көндәлек эшен «Өс таған» нәфис фильмы тамамлай. Халыҡ-ара фестиваль 28 майға тиклем дауам итә.
Лилиә Мәҡсүтова



