Башҡорт сәнәғәт етештереүе һәм иретеп-йәбештереү-монтаж колледжында яңыртылған полигон асылды

Професииональ белем биреү учреждениеһында 844 студент белем ала. Колледжды быйыл 290 кеше тамамлай, уларҙың 120-һе иретеп-йәбештереүсе дипломын аласаҡ. Сәнәғәттә мөһим урын тотҡан һөнәргә йәштәр араһында ла ҡыҙыҡһыныу арта.

Һөнәри оҫталыҡ буйынса төбәк бәйгеһендә Вилдан Мансуров юғары уңыш ҡаҙанған. Иретеп-йәбештереүсегә 50 мең һум, ә колледжға иретеп-йәбештереү йыһаздарын һатып алыуға миллион һумлыҡ сертификат тапшырылған. Тап ошо еңеү яңыртылған полигон асыуға этәргес биргән. Универсаль модуль студенттарға өс төрлө иретеп -йәбештереү ысулын үҙләштереү мөмкинлеген бирә.

Беҙ ойошторған конкурстар йәштәр араһында иретеп-йәбештереүсе һөнәрен популярлаштырырға булышлыҡ итә. Студенттар тәжрибә алып, яҡшы һөнәр эйәһе булып сыға

Алина Азарова, «Кедр» компаниялар төркөмөнөң белем биреү учреждениелары менән эшләү бүлеге менеджеры
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ