Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры йәш тамашасыларын премьера менән ҡыуандырҙы

«Батыр һыуһар» тип исемләнгән спектакль Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан сәхнәләштерелгән. Уның нигеҙендә баш ҡала символы - һыуһар менән бәйле мажаралар ята. Тамаша милли үҙенсәлектәр байытылыуы менән айырылып тора. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Ысынбарлыҡҡа яҡынлаштырып эшләнгән битлектәр битараф ҡалдырмай. Балалар үҙҙәрен ысын әкиәт донъяһында хис итһен өсөн костюмерҙар тырышҡан. Битлек ҙур булһа ла, ауыр түгел, ти Төлкө ролен башҡарыусы Рәйлә Ғиззәтуллина. Күҙлек аша сәхнәнең бөтә мөйөштәрен ҡарау ҡатмарлыраҡ. Әммә үҙ эш профессионалдары өсөн был мәшәҡәт түгел.

Ысынлап та, һәр деталдә этник үҙенсәлек һиҙелә. Милли көйҙәр, бейеүҙәр, иң мөһиме - сағыу костюмдар - барыһы ла башҡорт халыҡ мираҫына ҡайтып ҡала. Эскиздар яһағанда, театр рәссамы тарихи фотолар ҡарап илһамланған. Кейемдәр өҫтөндә бер ай тирәһе эш алып барылған.

Уңайлы костюмдарҙа актерҙар сәхнәлә үҙҙәрен ирекле тота. Спектаклдә алыш сәхнәләре күп. Трюктар өҫтөндә хореограф Рөстәм Имамов эшләгән. Музыкаль яҡтан Марат Фәйзуллин биҙәгән. Идея авторы һәм ҡуйыусы-режиссер - Ольга Штырляева, сценарий авторы - Светлана Чураева. Ижади команданың берҙәм эше йәш тамашасыларҙы битараф ҡалдырманы.

Премьераны тамашасылар аншлаг менән ҡаршыланы. Тик «Батыр һыуһар» спектаклен, ҡыҙғанысҡа, был миҙгелдә башҡаса ҡарап булмаясаҡ. Бәләкәй тамашасыларҙы икенсе тамашалар көтә. Тик ижади коллективтың ваҡытлыса Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә сығыш яһауын онотмағыҙ.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ