Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурсҡа документтар 1 июндән ҡабул ителә башлай. Грантҡа ауыл ерендә урынлашҡан мәктәптә ике йылдан ашыу эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар дәғүә итә ала. Быйыл 150 грант ҡаралған. Бының өсөн республика ҡаҙнаһынан 103 миллион һум аҡса йүнәлтелә.







