Илдең иң көслө уҡытыусылары Өфө студенттары өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо

Ул “Денис Мацуев тәҡдим итә: быуындар диалогы” музыка фестивале сиктәрендә үтте. Иртәгә һәләтле музыканттарҙы тыңлау уҙа. Уның һөҙөмтәләре буйынса Иветта Воронова исемендәге “Яңы исемдәр” хәйриә фонды стипендияттары билдәләнәсәк.

Акцентты дөрөҫ ҡуйыу һәм тыңлаусыны музыка донъяһына алып китеү. Петр Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһы уҡытыусылары оҫталыҡ дәресендә ошо маҡсатты ҡуя. Бетховен сонатаһын маэстро менән бер рәттән уйнау еңел түгел, шунлыҡтан тулҡынлау ҙа һиҙелә.

Тәүҙә ҡурҡытты, килеп сыҡмаҫ тип уйлағайным. Уйнаған ваҡытта ҡулыма көс төшә һәм тауышты дөрөҫ алыу ҡыйынға тура килә.

Милана Әхмәтова, Өфө урта махсус музыка колледжы студенты

Фортепиано ғына түгел, иғтибар үҙәгендә ҡыллы музыка ҡоралдары ла. Скрипка буйынса дәресте Үҙәк музыка мәктәбе - Башҡарыусылар сәнғәте академияһы уҡытыусыһы Зәүрә Жарова үткәрҙе.

Башҡортостан Денис Мацуевтың музыка фестивален ҡабул итеүсе 20 төбәк исемлегендә.

Башҡортостан уҡыусыларының кимәле юғары. Тәүгә килһәк тә быны беләбеҙ. Башҡортостан беҙҙең ҙур фествиалдең һуңғы нөктәһе.

Александр Петросян, Иветта Воронова исемендәге «Яңы исемдәр» хәйриә фонды вице-президенты

Конкурстың икенсе этабына үткән 27 ҡатнашыусының ни бары дүртәүһе Иветта Воронова исемендәге “Яңы исемдәр” хәйриә фонды стипендияһына лайыҡ буласаҡ. Еңеүселәр Суздаль ҡалаһында үтәсәк Халыҡ-ара Йәйге ижад мәктәбендә ҡатнашыу хоҡуғын яулай.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ