Форум Сибай ҡалаһында 5-се тапҡыр ойошторолдо. Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, инвестиция һабантуйында Рәсәйҙең 14 төбәге, шулай уҡ Ҡытай, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркиә, Иран, Италия, Тажикстан һәм Беларусиянан 3 мең 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Ауыл хужалығы, сәнәғәт, туризм, транспорт инфраструктураһы, уңайлы ҡала мөхите булдырыу йүнәлештәрендә килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.



