Фехтование үҙәгендә яҡын көндәрҙә монолит эштәре башлана

Спорт объекты Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге янында төҙөлә. Әле эшселәр ерҙе күтәреп, тимер бетонлы свайҙар ҡағыу менән мәшғүл.

Объект баш ҡаланың Халыҡтар дуҫлығы проспектында төҙөлә. Ағиҙел йылғаһы буйындағы был урынды яҙ һайын һыу баҫыу хәүефе янай. Шуға ла проект авторҙары иң беренсе ер япмаһын 5 метр ярымға тиклем күтәрергә тигән фекергә килгән. Бөгөнгә 163 мең кубометр күләмендәге балсыҡтың 60 мең кубометры ташылған. Шулай уҡ проект буйынса ҡаралған свайҙарҙың өстән бер өлөшө ҡағылған.

Тренер Рәмил Әйүпов исемен йөрөтәсәк фехтование үҙәге Өфөнөң 450 йыллығына арнап сафҡа индерелә. Күнекмәләрҙән тыш, бында төрлө кимәлдәге ярыштар үтәсәк. Проектҡа ярашлы, объект ике универсаль һәм ике махсуслаштырылған залды, кейенеү бүлмәләрен үҙ эсенә ала. Спорт объектына нигеҙ былтыр декабрҙә һалынғайны.Ул ваҡытта Радий Хәбиров фехтование үҙәге йәйге олимпия уйындарында бихисап миҙалдар яулаған Башҡортостан рапирасыларына рәхмәт йөҙөнән төҙөлә тип билдәләне.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ