Ун беренселәр өсөн иң ҡыҙыу осор. Быйыл Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу пункттары 157 мәктәптә ойошторолған. Уларҙа 16 меңдән ашыу уҡыусының белем кимәле тикшерелә. Мотлаҡ тапшырылырға тейешле фән - рус теленән һынау барышын БЮТ хәбәрселәре лә күҙәтте.
Берҙәм дәүләт имтиханында еңел вариант эләгеү - һәр кемдең хыялы. Өфөнөң 45-се мәктәбе алдына уҡыусылар һынау башланыуға сәғәт ярым алдан йыйылды. Араларында төрлө ырым-юрауҙарға ышаныусылар ҙа бар.
Уҡыусыларҙы имтихан тапшырыу пунктына оҙата килгән педагогтар ҙа борсолоуын йәшермәй. Яуаплы һәм тулҡынландырғыс мәл.
Уҡыусылар имтихан тапшырыу пунктына ингәс тә металл эҙләү ҡоролмаһы менән тикшерелде. Исемлек буйынса аудиторияларға оҙатылды.
Рус теленән имтихан өс сәғәт ярымға иҫәпләнгән. Барлығы 27 эш бирелә, инша яҙырға кәрәк. Былтырғы менән сағыштырғанда, быйыл һорауҙар тәртибе, баһалау системаһына үҙгәрештәр индерелгән. Иң күбе 54 балл йыйырға мөмкин. Беренсе каналдың «Голос.дети» проекты аша барыһына ла таныш һәләтле яҡташыбыҙ Марсель Сабиров та тиҙҙән мәктәпте тамамлай.
Инструктаж ойошторолғандан һуң, контроль-үлсәү материалдары аудиторияла уҡ баҫтырыла һәм уҡыусыларға таратыла.
Мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа айырым аудиторияла дәүләт сығарылыш имтиханын тапшырҙы, рус теленән уларға сәғәт ярымға күберәк өҫтәмә ваҡыт бирелде.
Был аҙна ун беренселәр өсөн айырыуса ҡыҙыу. Тынысланырға иртәрәк. Әгәр бөгөн рус теленән имтихан булһа, кесаҙна математиканан һынау көтөлә. Был фәндәр мотлаҡ тапшырылырға тейеш.
Гөлназ Хәйбуллина



