Өфөнөң «Орион» мәҙәниәт һарайында ойошторолған кисәлә ижадсының яҡындары, туғандары, яҡташтары, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, Башҡортостан һәм Татарстандың сәхнә йондоҙҙары, тамашасылар йыйылды.
Лениза Мәүләүи ҡыҙы Татарстандың Аҡтаныш районында тыуып үҫкән. Күп йылдар Миңзәлә татар дәүләт драма театрында, Өфө Нур татар дәүләт драма театрында эшләй. Кисәлә төрлө спектаклдәрҙән өҙөктәр, йырҙар яңғыраны. Хаҡлы ялдағы ханым ижад эшенән туҡтамай, тормош иптәше Символ Ғәйнетдинов менән балаларға татар телен, нәфис һөйләү үҙенсәлектәрен өйрәтә.



