Баш ҡала табиптары алдынғы технологиялар буйынса ҡатмарлы операция башҡарҙы

Күҙ табиптары пенсия йәшендәге ҡатынға күреү һәләтен ҡайтарҙы. Һуңғы йылдарҙа республика дауаханаларын яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыу урындарҙа сифатлы операциялар яһауға мөмкинлек биргән. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының операция бүлмәһенән БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова репортажы.

Операция өҫтәлендә пенсия йәшендәге ҡатын. Күҙенең селтәрле ҡабығы өҙөлөү сәбәпле, ул насар күрә башлаған. Бындай күҙ ауырыуы башлыса оло йәштәгеләрҙә күҙәтелә. Юғары технологиялы ҡоролма ярҙамында Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты хирургтары пациентҡа күреү һәләтен ҡайтарҙы.

«Лейка» офтольмология микроскопы Рәсәйҙә иң ҡеүәтле аппараттарҙан һанала, Башҡортостанда бындай ҡоролма берәү генә. Операция ваҡытында пациент үҙ аңында. Сирҙең ҡатмарлылығына ҡарап, әмәлиәт 15-20 минут эсендә башҡарыла. Йылына 6 меңгә тиклем операция ошо ҡоролмала үткәрелә.

Ә был бүлмәлә катарактаға операция яһала. Беренсе этапты юғары теүәллектәге лазер эшләһә, икенсе этапты хирург башҡара. Биш минут тигәндә күҙ ауырыуы дауалана, бындай ысул реабилитация осорон да ярайһы кәметә. Институт стационарының микрохирургия бүлегендә йылына 30 меңгә тиклем пациентҡа операция эшләнә. Бында оло йәштәгеләр менән бер рәттән төрлө күҙ йәрәхәттәре алған пациенттар ҙа дауалана.

Юғары технологиялы аппарат бөгөн республикала йәшәүсе күҙ ауырыуын дауалауға мохтаж һәр кеше өсөн асыҡ. Башҡортостан табиптары был өлкәлә ил буйынса алдынғылар рәтендә.

Хирургтар үҙ тәжрибәһе менән 1 июндә Өфөлә үтәсәк «Көнсығыш-көнбайыш» офтальмология буйынса халыҡ-ара конференция уртаҡлашасаҡ.

Лилиә Мәҡсүтова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ