Өфөлә билдәле тележурналист, яҙыусы, документаль фильмдар авторы Анатолий Омельчук менән осрашыу үтте. «Сәләм» телеканалы ойошторған сараға Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналистары, режиссерҙар, ветерандар саҡырылды.
Анатолий Константинович Омельчук - Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Һәләтле журналист төрлө йылдарҙа Төмән телерадиокомпанияһын етәкләп төбәк мәғлүмәт саралары үҫешенә ҙур өлөш индерә. Анатолий Омельчук 40-тан ашыу китап, Рәсәйҙең бөйөк шәхестәре, Себер тураһында 500-ләгән документаль фильм авторы. Күренекле документалист башҡорт һәм Себер ерҙәренең тарихы уртаҡ тигән фекерҙә. Әлеге ваҡытта уның документаль фильмдары «Сәләм» телеканалы эфирында күрһәтелә.



