Рәсәй Беларусь төбәктәренең унынсы, юбилей форумы Башҡортостандың баш ҡалаһында 26 июндән 28-нә тиклем үтә. Уны ойоштороу мәсьәләләре буйынса фекер алышырға Өфөгә Рәсәй Федерация советы менән Беларусь республикаһы милли йыйылышының республика советы вәкилдәре килде. Улар Башҡортостан Башлығы менән бергә, форумды уҙғарыу майҙаны булараҡ билдәләнгән «Торатау» Конгресс холын ҡарап сыҡты. Ошонда уҡ Рәсәй Беларусь төбәктәренең 10-сы юбилей форумын ойоштороу комитеты ултырышы уҙҙы.
Ҡунаҡтар Рәсәй менән Беларусь төбәктәре араһында бәйләнештең нығыныуын билдәләне. Был йәһәттән Башҡортостан айырыуса юғары әүҙемлек күрһәтә. Республика менән Беларусь араһында төрлө йүнәлештәр буйынса ныҡлы хеҙмәттәшлек булдырыла. Форум уҙғарылған көндәрҙә Өфөлә берлектәге производствоны сафҡа индереү ҡарала.
Ҡунаҡтар шулай уҡ Генерал Шайморатов һәйкәле майҙанында ла булды. Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең унынсы юбилей форумы сиктәрендә монументҡа сәскә гөлләмәләре һалыу тантанаһын уҙғарыу ҡаралған.




