«Берҙәм Рәсәй» партияһының алдан тауыш биреү процедураһы тамамланды

Онлайн тәртиптә ойошторолған сарала ил буйынса өс миллиондан ашыу һайлаусы, шул иҫәптән Башҡортостандан 250 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Ойоштороу комитеты алдан тауыш биреүҙә 886 ҡатнашыусыны теркәгән, был ил буйынса иң юғары күрһәткес. Бер мандатҡа һигеҙҙән ашыу кеше дәғүә иткән. Партиянан кандидаттар араһында төрлө һөнәр эйәләре, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа бар. Алдан тауыш биреү Башҡортостанда тәүге тапҡыр тулыһынса электрон форматта ойошторолдо.

Алдан тауыш биреү йомғаҡтарына арналған кәңәшмәлә билдәләнеүсенсә, июндең өсөнсө декадаһында төбәк бүлексәһе конференцияһы үтә. Унда партиянан исемлек һәм бер мандатлы округтар буйынса кандидаттар тәҡдим ителеп, һайлау кампанияһы буйынса программа раҫланасаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, алдан тауыш биреү процедураһы электрон форматта 22-28 майҙа үтте.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ