Иглин районының Яңы Ҡыбау ауылында совет осороноң иҫтәлекле ваҡиғаларына арналған мемориал комплекс асылды. Билдәһеҙ красноармеецтар, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, шулай уҡ Яңы Ҡыбау ауылының билдәле шәхесе, йырсы, режиссер, БАССР-ҙың һәм РСФСРҙың халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллинға арналған архитектур ҡоролманы «Атайсал» программаһында ҡатнашыусы яҡташтар төҙөткән.
Хәтер мәңгелек тиҙәр ,әммә уны яңыртмай тороп мәңгелеккә һаҡлау мөмкин түгел. Был урын ауылдың тарихи үткәнен иҫләтеп торасаҡ. Башҡорттоң һандуғасы һаналған йырсы, ошо ауылдың данлыҡлы улы Мәғәфүр Хисмәтуллин тураһындағы тарих та ташҡа баҫылған.




