Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Әбйәлил районы Яҡтыкүл ярында "Ике тау" тигән шифахана булдырыла. Көйөргәҙе районының Яҡут тоҙло сығанағында шифахана асыла. Өфөлә йыл әйләнәһе эшләгән ял үҙәге төҙөү көтөлә. Был проекттар өсөн 7 миллиард һум инвестиция кәрәк, 600-ҙән ашыу эш урыны булдырыла.







