Бының өсөн 4 миллиард һумға яҡын аҡса тотонола. Республика хөкүмәте һәм "А7 менеджмент" компанияһы араһында инвестиция ниәттәре тураһында килешеү төҙөлдө. Бөрө районында иген һәм йәшелсә һаҡлау комплексын төҙөү, Баймаҡта "Күлтабан" һөтсөлөк фермаһын яңыртыу һәм иген һаҡлау комплексын булдырыу планлаштырыла. 200-гә яҡын эш урыны булдырыла.




