Мини-сирена өсөн сығымдар Башҡортостан ҡаҙнаһынан бүленгән. Бөгөн Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында хөкүмәт вице-премьеры Ирек Сәғитов ошо турала белдерҙе.
Быйыл республикала 4 мең 700-ҙән ашыу янғын булған. Утта 134 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был һан, былтырғы менән сағыштырғанда 39-ға күберәк. Янғындар ғәҙәттә төнгө ваҡытта сыға.







