Ил һағына баҫыусылар араһында күбәрәген 35-45 йәшлек ир-аттар. Улар өсөн беренсе урында тыуған илдең имен киләсәген хәстәрләү. Ә инде финанс мәсьәлә икенсе планда тора. Әммә айлыҡ түләүҙәр, социаль ташламалар һәм гарантиялар ҙа хәрбиҙәрҙе дәртләндереү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә. Контракт төҙөргә йыйынған замандаштарыбыҙ менән БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов осрашты.
Хаҡлы ялдағы Радик Хафизов илдең оборона министрлығы менән контракт төҙөргә килгән. Әле уға 64 йәш. Махсус хәрби операция биләмәһе үҙеңде һынау мөмкинлеге. Туғандарым минең һайлауымды аңлап ҡабул итте. Әлбиттә, ҡайһы берҙәре ҡаршы булды, әммә улар минең үҙһүҙле булыуымды яҡшы белә, ти уҙаман.
Өфөләге контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты көн һайын 4 тиҫтәләп кешене ҡабул итә. Мөрәжәғәт итеүселәр төрлө йәштә, шулай ҙа күберәге урта йәштәге иреклеләр. Дөйөм алғанда, махсус хәрби операция башланғандан алып Башҡортостандан 4 меңдән ашыу кеше контракт төҙөгән. Шуларҙың яртыһынан ашыуы быйыл тыуған ил һағына баҫҡан.
Контракт төҙөүгә һаулыҡ торошо ҡамасаулай. Шулай уҡ законға ярашлы кандидат тикшереү аҫтында булырға, психоневрология йәки наркология диспансерында иҫәптә торорға тейеш түгел. Хәрбиҙәр әйтеүенсә, йышыраҡ медицина тикшереүе менән киләләр, әгәр юҡ икән ошонда уҡ тест үтергә мөмкин булған хәрби-табип экспертизаһы үҙәге бар. Документтарҙы рәсмиләштереү процесы бер көндән дә ашмай.
И.Байбулатов






