Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы Учалы районы хакимиәте башлығы урынбаҫарына рәсми киҫәтеү иғлан иткән. Урындағы үҙидараҡлыҡ органы етәксеһе хеҙмәт урыны буйынса күрһәткестәрҙе яҡшыртыу маҡсатында район биләмәһендәге рөхсәтһеҙ барлыҡҡа килгән сүплек өйөмдәрен урында уҡ күмеп юҡ итергә ҡушҡан. «Ресурс менән тәьминәт. Ҡалдыҡтар әйләнеше. Терминдар һәм билдәләмәләр» дәүләт-ара стандарт талаптарына ярашлы, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары махсус йыһазландырылған ҡоролма - полигондарға тулыһынса оҙатылған осраҡта ғына сүплек юҡ ителгән тип иҫәпләнә.
Енәйәт башҡарыуға юл ҡуймау маҡсатында яуаплы шәхескә киҫәтеү яһалған. Артабан да билдәләнгән талаптарға ҡаршы эшмәкәрлекте дауам иткәндә «Вазифа вәкәләттәрен арттырып файҙаланыу» статьяһы буйынса яуаплылылыҡҡа тарттырылыуы ихтимал.



