Сараны Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәге «Планета» сауҙа-күңел асыу үҙәге майҙансығында ойошторҙо. 16 йәштән 35 йәшкә тиклемге эш эҙләүселәргә вакансияларҙы төрлө компаниялар һәм билдәле брендтар тәҡдим итте. «Йәштәргә эш» акцияһы 2022 йылда яңынан үткәрелә башланы. Былтыр йәрминкәлә 3 мең ярымдан ашыу кеше ҡатнашҡан. 35 алдынғы компания дөйөм алғанда мең ярым тирәһе вакансия тәҡдим иткән.
Йәрминкәлә ҡатнашыусылар вакансиялар тураһында белешеп кенә ҡалмай, анкета тултырып, шунда уҡ әңгәмә үтә ала. Эш биреүселәр тулы көнгә рәсми эшкә урынлашыуҙы, өҫтәмә эш варианттарын да тәҡдим итте. Шәхси эш графигын да һайлау мөмкинлеге бар. Бынан тыш, мәшғүллек хеҙмәте белгестәре сығарылыш студенттарына стажировка үтеү буйынса проект тәҡдим итте.






