Аҡморон ауылынан Гөлсәсәк Фәйзуллина тормош иптәше Рафаэль Әкрәм улы менән 5 балаға ғүмер бүләк итәләр. Әле улар 2 ейән -ейәнсәргә яратҡан өләсәй, ҡартатай. 25 йыл уҡытыусы булып эшләгән ханым ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап, балаларын илһөйәр итеп, милли рухта тәрбиәләргә тырыша.
«Әсәлек даны» миҙалына эйә булыусылар һаны тағы ла алты гүзәл затҡа артты. Улар — Баймаҡ ҡалаһынан Айгөл Айытбаева менән Динара Сәғәҙәтова, Сәйғәфәр ауылынан Зарема Иҫәнғолова, Ишмөхәмәттән Гөлнара Ишмөхәмәтова, Басай ауылынан Айгөл Саптарова һәм Аҡморондан Гөлсәсәк Фәйзуллина. Төрлө һөнәр эйәләрен бер уртаҡлыҡ берләштерә- ғаилә усағы ҡотон һаҡлау, балалар тәрбиәләү.
Балаларын тәрбиәләүгә намыҫлы һәм яуаплы ҡараған, бар яҡтан да өлгө булған ҡатын-ҡыҙҙарҙы дәртләндереү маҡсатында 1998 йылда Әсәлек даны миҙалы булдырыла. Күп балалы әсәләрҙе тәбрикләү сараһы быйыл Баймаҡта дүртенсе тапҡыр үтте.
Альбина Байегетова






