Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Ауыл эшсәндәренә ял итергә ваҡыт юҡ. Сәсеү тамамланыуға мал ҡышлатыу өсөн бесән, сенаж әҙерләү ваҡыты етте.
Был эштә ваҡыт төшөнсәһе бигерәк мөһим. Бесәнде ныҡ киптерергә йәки еүеш килеш әҙерләргә ярамай. Был аҙыҡтың сифатына, тимәк һауым күләменә ныҡ йоғонто яһай.
Башҡортостанда мал аҙығы культуралары 610 мең гектар майҙанды биләй. Улар башлыса күп йыллыҡ үләндәрҙән тора. Әле Ҡалтасы, Йәрмәкәй, Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез райондарында уларҙы сабыуға төшкәндәр. Башҡортостан эшсәндәре быйыл һәр шартлы баш малға кәмендә 28-30 центнер аҙыҡ әҙерләргә ниәтләй. Был миллиондарса тонна сенаж, бесән һәм силос тимәк.




