Республика хужалыҡтарының береһендә мал аҙығы әҙерләү эштәре менән таныштырҙылар

Сенажды үлән һутлы сағында әҙерләү мөһим. Был турала Ҡалтасы районы эшсәндәре билдәләй. Әле төбәктә күп йыллыҡ үлән майҙандарында мал аҙығы әҙерләү эштәре башланып тора. Миҙгел эшенә тәүгеләрҙән булып тотонған район вәкилдәре менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина осрашты.

Бармаҡтарҙа тамсы ҡала икән - тимәк, сенаж әлегә әҙер түгел. Ямдарға һалыр өсөн, уның дымлылығы яҡынса 50 процент булырға тейеш. Быны билдәләүҙә хужалыҡта күптән махсус ҡоролмалар файҙаланыла, лаборатория ла эшләй. Тик «олатайҙар ысулы» элеккесә урынлы. «Восход» хужалығы эшсәндәре мал аҙығын урыуға ошо көндәрҙә төшкән. Тик ҡарайған баҫыуҙар борсоуға һала.

Сенаж әҙерләүселәр өсөн һәр минут ҡәҙерле тиһәң дә хата булмаҫ. Яҙ иртә килеү сәбәпле, сәсеү һәм мал аҙығы әҙерләү эштәре лә ваҡытынан алда башланды. Кәзә үләненән башҡа, «Восход» хужалығының был баҫыуында люцерна сәселгән. Уны сәскәгә бөрөлөнгән сағында сабып алыу мөһим. Был саҡта үҫемлек файҙалы элементтарға айырыуса бай.

Ә бына «Победа» хужалығында бер ямды ябып өлгөргәндәр дә инде. Сабып алғандан һуң, йәшел массаны ваҡлайҙар, траншеяларға һалып тығыҙлайҙар һәм япма менән ҡаплайҙар. Был сенажға кислород үтмәһен өсөн мөһим. Ошо шартта ғына мал аҙығы консервациялана һәм боҙолмай.

Масса аҙ, әлегә хужалыҡты былтырғы запастар ҡотҡара. Бынан тыш, фермала мал башы ла артҡан. Ғәмәлдәге һөт етештереү буйынса рекордлы күрһәткестәрҙе юғалтмаҫ өсөн, быйыл былтырғынан да күберәк мал аҙығы әҙерләү бурысы тора.

Ауыл хужалыҡтары өсөн ҡыҙыу осор дауам итә. Баҫыу эштәре башынан уҡ уларға төрлө һынауҙарҙы үтергә тура килде. Ҡырау, ҡоролоҡ. Әле лә эшсәндәргә тәбиғәт яҡшылығына өмөт итергә ҡала.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ