Уҡытыу Башҡортостан православ ҡатын-ҡыҙҙары берлегенең «Көлкө менән дауалаусылар» проекты сиктәрендә ойошторолдо. Медицина учреждениеларында ауыр хәлдәге балаларға ярҙам саралары менән Санкт-Петербург ҡалаһынан «Кнопка» исемле клоун Анна Назарук таныштырҙы. Семинарҙы тыңлаусылар төркөмөндә ун ике кеше булды. Күбеһенең паллиатив бүлектәрҙә ирекмән булып эшләү тәжрибәһе бар.
Семинар тыңлаусылары өс көн дауамында алынған белемде башҡа ирекмәндәргә лә таратасаҡ. Сараны ойоштороусылар билдәләүенсә, дауахана клоундарына ихтыяж юғары.



