Йыл башынан Башҡортостанда сыҡҡан янғындарҙа 137 кеше һәләк булған

Төп сәбәптәр ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалдары һәм мейестәрҙең боҙоҡлоғо, уларҙы тотоноу ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле. Был турала республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм уларҙың эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса комиссияһы ултырышында әйтелде. Кәңәшмәлә кешеләрҙең янғында һәм һыуға батып үлеү осраҡтарын кәметеү саралары ҡаралды.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса, быйыл бушлай янғын иҫкәртеү ҡорамалдары алыусылар исемлегенә тағы ла ике категория граждандар - баҡса йорттарында даими йәшәүселәр һәм шәхси торлаҡта йәшәгән пенсия йәшендәге кешеләр ҙә өҫтәлә. Һыуҙа бәхетһеҙ осраҡтарҙың артыуы ла тейешле хеҙмәттәрҙе уяулыҡҡа саҡыра.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ