Сарала юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары, ҡала хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты. Ҡағиҙәләрҙе боҙоусылар менән әңгәмә уҙғарылып, иҫкәртеү яһалды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 марттан Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, шәхси мобиль сараларҙың хоҡуҡи статусы билдәләнде. Был төркөмгә электросамокаттар, электроскейтбордтар, гироскутерҙар ҙа индерелде. Улар велосипед кеүек транспорт сараһы булараҡ һанала башланы. Тәүмаҡсат - яуаплылыҡты арттырып, юлда аварияларҙы кәметеү.






