Ул илдең бөтә төбәктәрендәге кеүек, 1 июндә эшләй башлай. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса ойошторолған фонд махсус хәрби операциянан ҡайтҡан ветерандарға, һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам менән шөғөлләнә. Улар иңенә ветерандарҙы эшкә урынлаштырыу, уҡытыуҙа булышлыҡ итеү, тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу кеүек башҡа бурыстар ҙа йөкмәтелә.
Филиалда эшләү өсөн 40 социаль координатор әҙерләнгән, улар махсус хәрби операция ветерандарына һәм һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә бөтә мәсьәләләр буйынса адреслы ярҙам күрһәтеүҙе ойошторасаҡ.
Беҙ дәүләт фонды филиалына мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһы ла хәстәрлек менән уратып алынһын өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ. Ил һәм республика геройҙарыбыҙға һәм уларҙың яҡындарына мөмкин тиклем күберәк ярҙам күрһәтергә әҙер», - тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.






