Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан ойошторолған хәйриә акцияһының төп маҡсаты - ҡан запасын арттырыу, донорҙар йәлеп итеү.
Хеҙмәткәрҙәр мобиль станцияла анкета тултырып, медицина тикшереүе үтте, анализ бирҙе. Акцияла ҡатнашҡан 60-ҡа яҡын хеҙмәткәр 500 миллилитр тирәһе ҡан тапшырҙы. Ведомство вәкилдәре хәйриә акцияһында 10 йылдан ашыу ҡатнаша. Улар араһында «Почетлы донор» исемен алыусылар ҙа бар.






