Өфөлә 16 йәшлек ҡыҙҙың «Хыялыңды тормошҡа ашыр» акцияһы сиктәрендә хыялы тормошҡа ашты

Өфөлә 16 йәшлек ҡыҙҙың хыялы тормошҡа ашты. Юлиә машинист кабинаһында йөрөп ҡарарға теләгән. Уның теләген «Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» «Хыялыңды тормошҡа ашыр» акцияһы сиктәрендә үтәне. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Машинистың кабинаһынан инеү менән тиҫтәләгән һорау. Ниндәй тиҙлектә йөрөргә мөмкин, ҡайҙа баҫырға һәм, ниһайәт, нисә минуттан ҡуҙғалабыҙ. Тәгәрмәстәр тауышы аҫтында, тәҙрә аша баҫыу-урмандар, бәләкәй һәм ҙур станцияларҙы күҙәтеү — Юлиәнең күптәнге хыялы. Быға тиклем бер ҡасан да поезда йөрөгәнем булманы, ти ул. Ә машинист кабинаһына инеп, «Ҡарлуғас» электропоезы менән идара итеп ҡарау кисә генә тормошҡа ашмаҫлыҡ теләк булған.

16 йәшлек Юлиәнең киләһе хыялы — машинист һөнәренә уҡып сығыу. Тәү ҡарашҡа уны ҡатын-ҡыҙҙарға хас булмаған һөнәр булыуы ла ҡурҡытмай.

Тәүге ҡатын-ҡыҙ -машинист тураһында яҙма күргәйнем. Шул ваҡыттан алып ошо һөнәр ҡыҙыҡһындыра башланы. Бында бик матур, уңайлы. Миңә оҡшаны.

Юлиә Ғәлиәкбәрова

Йыл башынан алып «Ҡарлуғас» тар 218 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндергән. Был электропоездарҙың ихтыяж менән файҙаланыуын аңлата.

Эш буйынса Черниковкаға китеп барам. Иртәнсәк машинала, йәки автобуста барған осраҡта ҙур тығындарға эләгергә мөмкин. Электропоезд менән 20 минут эсендә барып етеп була. Шул йәһәттән бик уңайлы.

Рөстәм Хөсәйенов, пассажир

Әлеге ваҡытта «Ҡарлуғас» электропоезының 6-шар вагондан торған 3 составы йөрөй. Улар 14 ҡала яны маршрутын, шулай уҡ Өфө агломерацияһын хеҙмәтләндерә. Бында буфет, вай-фай сервистары һәм балалар мөйөшө кеүек өҫтәмә уңайлыҡтар ҙа булдырылған.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ